9 декабрь, Йома

10 февраль 2010 йыл, 14:05

«Китап» нәшриәтендә Башҡортостан тарихы буйынса яңы китап сыҡты

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә республикала билдәле тарихсы, профессор Нияз Мәжитовтың үҙенең ҡыҙы — тарих фәндәре кандидаты, БДУ доценты Әлфиә Солтанова менән бергә яҙған китабы сыҡты. Баҫма «История Башкортостана. Древность. Средневековье» тип атала.

Был хеҙмәт Башҡортостандың этносәйәси тарихының актуаль проблемаларына арналған. Төп иғтибар хәҙерге башҡорттарҙың этник күсәгилешлелек мәсьәләләренә бүленгән. Был тема тарихи этнография, фольклор, тел ғилеме, шулай уҡ яҙма сығанаҡтар мәғлүмәттәрен киң йәлеп итеү фонында яҡтыртылған. Тәү тапҡыр авторҙар уҡыусыны күптән түгел асылған, Өфөнөң тәүге исеме тип иҫәпләнгән урта быуат Башҡорт ҡалаһының (V – XVI быуаттар) уникаль материалдары менән таныштыра.

Китап рус телендә баҫылған һәм киң уҡыусылар ҡатламына тәғәйенләнгән. Ул юғары уҡыу йорттары студенттары һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн уҡыу әсбабы булып хеҙмәт итә ала.

темалар: нәшриәт эше