5 декабрь, Дүшәмбе

10 февраль 2010 йыл, 13:14

«Йәшел аҙна-2010» күргәҙмәһен үткәреүҙә ярҙам иткән өсөн рәхмәт белдерелде

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы министры Елена Скрынниктан рәхмәт хаты килде.

Хатта шулай тиелә:

«Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Берлинда “Йәшел аҙна-2010” Халыҡ-ара күргәҙмәһендә Рәсәй экспозицияһын ойоштороуға ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.

Башҡортостан Республикаһы традицион рәүештә 2011 йылдың ғинуарында Берлинда үтәсәк “Йәшел аҙна-2011” Халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашыуға ла шундай уҡ яуаплылыҡ һәм ҡыҙыҡһыныусанлыҡ менән әҙерләнер, тип ышанам.

Һеҙгә Рәсәй именлеге хаҡына уңышлы эшләүегеҙҙе теләйем

Министр Е.Скрынник».