7 декабрь, Шаршамбы

10 февраль 2010 йыл, 13:12

Өфөлә башҡорт йәштәренең «Шау-шоу» кисәһе үтә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Изге Валентин көнөндә баш ҡаланың күңел асыу клубтарының береһендә “Шау-шоу” башҡорт йәштәре кисәһе үтә. Программаны ойоштороусылар – Башҡорт йәштәре иттифағы, «БСТ+», «Юлдаш-new» каналдары һәм «Шоңкар» журналы мөхәрририәте.

Шоу-проекттың беренсе яртыһында ойоштороусылар тамашасыға башҡорт эстрадаһының билдәле йырсылары – Рөстәм Ғиззәтуллин, Сәғиҙулла Байегет, Фәнис Солтанғолов, МС Баш, Радик Юльяҡшин, Марсель Ҡотоев, Анжелика, «Азия» дуэты һәм “Беҙгә барыбер” башҡорт КВН-командаһы егеттәре ҡатнашлығында сағыу концерт вәғәҙә итә.

Байрам программаһының икенсе яртыһында супер-дискотека һәм лазерлы шоу көтөлә.

Быларҙан тыш, кисә барышында төрлө конкурстар һәм уйындар үткәреләсәк. Мөхәббәтегеҙҙе белдереү конкурсында, мәҫәлән,  үҙенсәлекле була белеүегеҙҙе күрһәтеү мотлаҡ.

темалар: байрамдар