9 декабрь, Йома

10 февраль 2010 йыл, 12:59

«Ирәмәл» тәбиғәт паркы ойоштороласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республикала «Ирәмәл» тәбиғәт паркы ойоштороласаҡ. Ул Белорет һәм Учалы райондары муниципаль райондары биләмәһендә төҙөлә. Республика Хөкүмәте тарафынан был турала бойороҡ 2010 йылдың 1 февралендә ҡабул ителде.

БР Экология министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Ирәмәл» тәбиғәт паркын ойоштороу уникаль тәбиғәт ландшафттарын һаҡлауға һәм Ҙур һәм Бәләкәй Ирәмәл түбәләрен, Әүәләк һәм Еләкле һырттарын индергән тау массивының рекреацион ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыуға булышлыҡ итәсәк.

Парктың төп тәғәйенләнеше — тау-тундра, тайга-урман һәм һаҙлыҡ экосистемаларын һаҡлау; үҫемлектәрҙең һәм йәнлектәрҙең һирәк төрҙәре популяцияһын һаҡлау; Көньяҡ Уралдағы ҙур йылғалар инештәренең тотороҡло гидрологик режимын тәьмин итеү. Шулай уҡ туризмды һәм ял итеүҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырыласаҡ. Парк ойоштороу менән турфирмалар селтәрен киңәйтеү ҙә күҙаллана.

Яңы парктың планлаштырылған майҙаны 49338 гектар тәшкил итә. Парк тулыһынса урман менән ҡапланған, шуға ла уның биләмәһендә һунар йәнлектәренең бөтә төрҙәре лә тиерлек бар. Бында бик һирәк ҡалған һәм юғалыу ҡурҡынысы янаған йәнлектәрҙең 40-ҡа яҡын төрө (осар тейен, ҡама, марал, ҡара ҡауҙы, аҡ һәм һоро ағуна, үлән тәлмәрйене, ҡыҙылбалыҡ, бәрҙе, махаон, адмирал һәм башҡалар) осрай.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда һаҡланған тәбиғәт территорияларын ойоштороу тарихы 1929 йылдан башлана. Ике участканан торған беренсе Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы 1929 йылда төҙөлә. 1979 йылда Көньяҡ Уралда ылыҫлы урмандарҙы һәм бейек тау үҫемлектәрен һаҡлау өсөн ҙур “Көньяҡ Урал” ҡурсаулығы ойошторола. 1986 йылда Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы участкаһы айырым «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы итеп бүленә.

Башҡортостанда 115 тәбиғәт ҡомартҡыһы бар. Республиканан ситтә лә киң билдәле, Ирәмәл һәм Ямантау, «Торатау» һырты, Красноусол минераль сығанаҡтары, Ҡотоҡ һәм Шүлгәнташ мәмерйәләре, Асылыкүл, Красный ключ инеше кеүек мөһим объекттар һаҡлауға алынған.

1986 йылдан тәбиғәт парктары төҙөлә башланы, унда тәбиғәт комплекстарын һаҡлауҙан тыш, уларҙы рекреацион маҡсатта ла киң файҙаланыу күҙ уңында тотола. Хәҙерге ваҡытта 4 парк булдырылған. «Башкирия» Милли паркы (1986), «Асылыкүл» (1993), «Ҡандракүл» (1995), «Мораҙым тарлауығы» (1998) тәбиғәт парктары.