8 декабрь, Кесе йома

10 февраль 2010 йыл, 12:57

«Һаулыҡ» милли проекты нигеҙендә 2009 йылда 10 617 бала диспансеризация үткән

автор: Елена Макушина

Стационар учреждениеларҙағы етемдәрҙе һәм ауыр хәлдә тороп ҡалған балаларҙы диспансеризациялауҙы Республика мотлаҡ медицина страховкалау фонды финанслай.

«Башинформ» агентлығына фондтан хәбәр итеүҙәренсә, 2009 йылда  10615 бала диспансеризациялауға мохтаж булған. Уны үткәреүгә һаулыҡ һаҡлау учреждениелары менән 62 килешеү төҙөлгән.

2009 йылда 10617 бала диспансеризация үткән, шуларҙан 0-4 йәшлектәр — 673 бала, 5-17 йәшлектәр – 9944 бала. 2009 йылға план-график 100 процентҡа үтәлгән. Фонд менән республика һаулыҡ һаҡлау учреждениелары иҫәбенә 25,2 миллион һум күсерелгән, шул иҫәптән 0,243 миллион һум 2008 йылға иҫәп-хисапты тамамлауға йүнәлтелгән.    

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2009 йылда беренсел звенолағы медицина хеҙмәткәрҙәренә аҡсалата түләүҙәр, эшләүсе граждандарҙы өҫтәмә диспансеризациялау һәм стационар учреждениеларҙағы етемдәрҙе, ауыр хәлдә ҡалған балаларҙы диспансеризациялау “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы бюджеты һәм Республика мотлаҡ медицина страховкалау фонды менән финансланған.  

2009 йылда “Һаулыҡ” проекты сараларын Фонд дөйөм алғанда 789,1 миллион һумға финанслаған.