6 декабрь, Шишәмбе

10 февраль 2010 йыл, 12:24

Мәләүез районында һайлауға әҙерлекте тикшерәләр

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары Берҙәм һайлау көнөнә әҙерлек барышын тикшереү, урындағы территориаль һайлау комиссияһынан хеҙмәттәштәренә методик һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү өсөн Мәләүез районына юлланды. Бөгөн бында округ һайлау комиссияһы вәкәләттәре йөкмәтелгән Мәләүез районы территориаль һайлау комиссияһының киңәйтелгән ултырышы үтә. Кәңәшмәлә участка һайлау комиссияларын ойоштороу, һайлаусылар исемлеге менән эш итеү, халыҡҡа мәғлүмәт еткереү кеүек мөһим мәсьәләләр тикшереләсәк.  

2010 йылдың 14 мартында бер мандатлы 50-се Мәләүез һайлау округында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа өҫтәмә һайлауҙар үтәсәк. Интернетта һайлау барышын тура трансляциялау был һайлауҙарҙың төп үҙенсәлеге буласаҡ. Бының өсөн алты һайлау участкаһында, был – округтағы дөйөм һайлау участкалар иҫәбенең 10 проценты, веб-камералар урынлаштырыласаҡ. Шул рәүешле Республика Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау процесына заманса мәғлүмәт технологияларын индереү буйынса эксперименттарҙы дауам итергә йыйына.    

темалар: һайлау