10 декабрь, Шәмбе

10 февраль 2010 йыл, 12:01

Туймазыла культиваторҙар етештереләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Ауыл хужалығы министрлығының фәнни-техник советында Тумазыла ерҙе сәсеү алдынан эшкәртеү өсөн КПО-6 һәм КЛ-1 культиваторҙарын етештереүҙе яйға һалырға ҡарар ителгән.  Яңы производство «Туймазы автобетоновоздар заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ойошторола. Совет эшендә завод вәкилдәре һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары ҡатнашты.  

Башҡорт дәүләт аграр университеты ҡатнашлығында предприятие элек сығарылған ҡоралдарҙы файҙаланғанда табылған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн КПО-6 һәм КЛ-1 культиваторҙарын етештереүгә документацияға үҙгәрештәр индерергә тейеш. Культиваторҙарҙы комплектлау өсөн предприятиеға импортлы запас частарҙы ҡайтарыу эше көйләнәсәк. Республика ауыл хужалығы етештереүселәренә яңыртылған модель  «Агрокомплекс-2010» күргәҙмәһендә күрһәтеләсәк. Республика аграрийҙары был ауыл хужалығы техникаһына әле үк заявка бирә ала. Бының өсөн культиватор хаҡынан 20 процент күләмендә аванс индереү мөһим.  

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, КЛ-1, КПО-6 культиваторҙарын 2010 йылғы яҙғы сәсеү эштәрендә ҡулланыуҙы министрлыҡ белгестәре контролдә тотасаҡ.