7 декабрь, Шаршамбы

10 февраль 2010 йыл, 11:58

Яңы төр йылылыҡ электр станцияһы өсөн ҡорамалдар Өфөлә етештерелә

автор: Любовь Колоколова

“Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән “Мотор” фәнни-производство предприятиеһы хеҙмәттәшлеге сиктәрендә яңы төр йылылыҡ электр станцияһы ҡорамалдарын – газ-турбиналы энергетик ҡулайламалар ГТЭ-10/95 етештереүгә иҫәпләү эштәре һәм уларҙы етештереү дауам итә. Бындай йылылыҡ электр станцияларының береһе уҙған йыл аҙағында Мәскәү өлкәһенең Павловский Посад ҡалаһында сафҡа индерелде. Йылылыҡ менән энергияны унда хәрби авиатехникала ҡулланылған база моделе нигеҙендә эшләнгән ике газ-турбиналы двигателе етештерә.

Павловский Посадта эшкә ҡушылған бындай төрҙәге икенсе ГТЭ был. Ул ышаныслы һәм ҡулланғанда ябайлығы менән айырыла. Файҙалы эш итеү коэффициенты 85 процентҡа етә. Бындай станцияларҙың береһе генә ҡаланың бер нисә микрорайонына йылылыҡ бирә ала.

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта йәнә алты ҡорамал берәмеген етештереүгә тәҡдимдәр пакеты әҙерләнә. БР энергетик комплексының һөҙөмтәлелеген күтәреү Республика программаһы нигеҙендә уларҙы Башҡортостан электр станцияларында файҙаланыу күҙаллана.