Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң сәнәғәт комплексы тотороҡло эшләй

Иҡтисад

Һуңғы ун йылда тәүге тапҡыр Өфөлә сәнәғәт етештереүе һәм тейәп оҙатылған продукция күләме бер ни тиклем кәмене. Был күрһәткес 97,6 процент тәшкил итте. Республика баш ҡалаһының ҙур һәм урта предприятиелары тарафынан 233 миллиард һумлыҡ үҙҙәрендә етештерелгән тауарҙар тейәп оҙатылды, эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр башҡарылды, был 2008 йыл кимәленә ҡарата 81,3 процент. Был мәғлүмәттәрҙе Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы эргәһендәге сираттағы кәңәшмәлә сәнәғәт бүлеге начальнигы Александр Зарубин килтерҙе.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, «химия производствоһы», «транспорт саралары производствоһы», «машиналар һәм ҡорамалдар производствоһы», «нефть продукттары производствоһы» кеүек тармаҡтарҙа 2008 йыл менән сағыштырғанда сәнәғәт производствоһы индексы үҫеүе билдәләнгән. Етештерелгән һәм тейәп оҙатылған продукцияның дөйөм күләменең яртыһынан ашыуы нефть эшкәртеү предприятиеларына тура килә. Химия производствоһында «Өфөоргсинтез» һәм «Фармстандарт – ӨфөВИТА» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре алда бара.

Дөйөм алғанда, транспорт саралары етештереүҙә эштәр уңышлы бара. Был тармаҡта дөйөм үҫеште «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы тәьмин итте. «Башҡортостан троллейбус заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә тейәп оҙатылған продукция күләме 73 процентҡа артты. Предприятие 93 троллейбус әҙерләне, был 2008 йылдағынан 35 машинаға күберәк. Александр Зарубин билдәләүенсә, «Өфө тепловоздар ремонтлау заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һәм «Нефтегеофизика» фәнни-производство комплексында эштең һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса саралар әлегә көтөлгән һөҙөмтәләр килтермәне.

Сәнәғәт бүлеге начальнигы әйтеүенсә, дөйөм алғанда, Өфө сәнәғәт комплексының финанс-иҡтисади хәле былтыр тотороҡло булды, тип билдәләнде.

Теги: сәнәғәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть