5 декабрь, Дүшәмбе

10 февраль 2010 йыл, 10:19

Юрий Лужков " Башҡортостандың социаль картаһы"на юғары баһа бирҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Мәскәү мэры Юрий Лужков төбәктәрҙә мәғлүмәт технологияларын үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашыу өсөн Өфөгә сәфәре сиктәрендә «Электрон Башҡортостан» күргәҙмәһендә булды һәм “Башҡортостандың социаль картаһы”на юғары баһа бирҙе. Был турала Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Павел Качкаев әйтеүенсә, Мәскәү мэры Өфөлә РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин танышҡан объекттар һәм күргәҙмәләр менән таныша алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ултырышҡа килгән башҡа төбәктәр башлыҡтарының күбеһенең бындай мөмкинлеге булманы.

Өфө объекттарын ҡарап сыҡҡандан һуң Юрий Лужков муниципаль һәм дәүләт идара итеүендә һәм халыҡҡа электрон социаль хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеүҙә мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу өлкәһендә республикабыҙҙа тупланған тәжрибәне өйрәнеү өсөн тиҙҙән Өфөгә Мәскәү белгестәре киләсәге хаҡында хәбәр итте.