Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда эшләүсе граждандарҙы диспансеризациялау әүҙем алып барыла

Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһында эшләүсе граждандарҙы диспансеризациялау буйынса Башҡортостан әүҙем төбәктәрҙең береһе иҫәпләнә.

"Башинформ" агентлығына Республика мотлаҡ медицина страховкалауы фондынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылда диспансеризация сараларын финанслауға яҡынса 149,6 миллион һум аҡса күсерелгән, ә был программа нигеҙендә 144 928 кеше медицина тикшеренеүе үткән. Өҫтәмә диспансеризациялау буйынса план тулыһынса үтәлгән.

Башҡарылған диспансеризация һөҙөмтәләре буйынса һаулыҡтың 1-се төркөмөнә (сәләмәттәр төркөмө)  тикшерелгәндәрҙең 23,2 проценты ингән, 2-се төркөмгә (сирләү хәүефе янаған төркөмдәгеләр) – 21 процент, 3-сөгә (амбулатор дауаланыуға мохтаж) – 54,4 процент,  4-се төркөмгә (стационар дауаланыуға мохтаж)– 1,3 процент, бишенсегә (юғары технологик медицина ярҙамына мохтаждар) 0,1 процент кеше ҡарауы асыҡланған.

Бынан тыш, диспансеризация һөҙөмтәһендә 11 кешелә туберкулез, 272 кешелә шәкәр диабеты, 24 кешелә яман шеш, өсәүһендә гепатит табылған.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть