5 декабрь, Дүшәмбе

09 февраль 2010 йыл, 17:23

Һалымдар буйынса бурысыңды интернет аша белергә мөмкин

автор: Лилия Тыртышная

Республика халҡы килеменә һалымдар буйынса үҙ бурысын өйөнән сыҡмайынса ла белә ала. "Һалым түләүсенең шәхси кабинеты" интернет-сервисы менән файҙаланыусыларға транспорт, милек, ер һалымдары буйынса бурыстар тураһында мәғлүмәттән тыш, физик шәхестәрҙең табыштарына һалым буйынса ла мәғлүмәт алырға мөмкин. Һалым түләүселәргә бындай мөмкинлек “Үҙ бурысыңды бел” сервисына мөрәжәғәт иткәндә бирелә, уны Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы сайтына (www.r02.nalog.ru) инеп табырға була. Был сервис граждандарға һалым түләүсенең идентификацион номеры (ИНН) буйынса бюджет алдындағы үҙ бурысын тикшерергә ярҙам итә.

Беренсе сиратта, был хеҙмәтләндереү төп эш урынынан тыш өҫтәмә аҡса тапҡан, йәки килешеү буйынса, мәҫәлән, гувернантка, ауырыуҙы ҡараусы, йәки адвокат йә нотариус булып эшләүсе граждандар өсөн тәғәйенләнгән. Әйтергә кәрәк, сервис граждандарға мәғлүмәт биреү өсөн булдырылған. Граждандың бюджетҡа бурысы булмауын раҫлаусы рәсми документты һалым инспекцияһына шәхсән үҙеңә барып алырға кәрәк.  

темалар: һалымдар