7 декабрь, Шаршамбы

09 февраль 2010 йыл, 16:51

Өфө корпорацияһы Ҡаҙағстан ятҡылығын төҙөкләндереүҙә ҡатнаша

автор: Эльвира Латипова

«Уралтехнострой» корпорацияһы» (Өфө) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Ҡаҙағстан нефтселәре өсөн реагенттарҙы дозалау блогы (БДР, БР, БРХ) партияһын етештерә.  Чинарев нефть-газ конденсаты ятҡылығында нефть әҙерләү ҡоролмаһын реконструкциялау проекты буйынса оҙайлы хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә ҡорамалдар комплекты менән тәьмин итеүгә килешеү 2009 йыл аҙағында төҙөлгән. Әлеге мәлдә ҡорамалдар партияһын етештереү тамамланыу алдында тора.

Компаниянан хәбәр итеүҙәренсә, ошо уҡ проект нигеҙендә янғын һүндереү өсөн блоклы һурҙырыу станцияһы һәм блоклы компрессор станцияһын етештереү башланған.  

Чинарев ятҡылығында Өфө корпорацияһы йәнә бер проектта – газ эшкәртеү заводы төҙөлөшөндә ҡатнаша. Төҙөлөш майҙанына газды комплекслы әҙерләү ҡоролмаһы өсөн тиҙ ҡоролошло бина каркастарының беренсе партияһы оҙатылған да инде. «Уралтехнострой» корпорацияһы» йәмғиәте өсөн уҙған йылда сэндвич-панель производствоһын сафҡа индереү арҡаһында асылған бөтөнләй яңы йүнәлеш был.