5 декабрь, Дүшәмбе

09 февраль 2010 йыл, 16:02

Былтыр 82000 самаһы мигрант иҫәпкә ҡуйылды

автор: Елена Макушина

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 46 дәүләттән килгән сит ил граждандары эшләй.

Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2009 йылда республикала 82 меңдән ашыу мигрант  миграция иҫәбенә ҡуйылды. Шул уҡ ваҡытта, тип билдәләнеләр ведомствола, миграция закондарын күҙәтмәгән өсөн административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында 66 меңгә яҡын протокол төҙөлдө. 67 миллион һумдан ашыуға штраф һалынды һәм республика бюджеты файҙаһына 65 миллион һумдан ашыу аҡса түләтелде.

2009 йылда ведомство хеҙмәткәрҙәре, Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар кодексының 18.8 статьяһына ярашлы, инеү режимын боҙған өсөн (Рәсәй Федерацияһына инеү ҡағиҙәләрен йәки Рәсәйҙә йәшәү режимын боҙоу) 9563 сит ил кешеһен административ яуаплылыҡҡа тарттырҙы, был 2008 йылдағынан 13,4 процентҡа йәки 1127 кешегә күберәк. Ҡабул итеүсе яҡ булып торған Рәсәй граждандарына Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар кодексының 18.9 статьяһы талаптарын боҙған өсөн 4157 административ протокол төҙөлдө. Был күрһәткес 2008 йылдағынан 155,7 процентҡа йәғни 2531 протоколға күберәк.

2009 йылда 838 сит ил гражданына ҡарата республиканың ҡала һәм район судтары тарафынан илдән ҡыуыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был 2008 йылдағынан 44,5 процентҡа (580) күберәк.