8 декабрь, Кесе йома

09 февраль 2010 йыл, 15:23

Архитекторҙар йортонда 2009 йылдың иң яҡшы проектын һайлаясаҡтар

автор: Эльвира Латипова

Өфөлә «2009 йылдың иң яҡшы проекты» республика күргәҙмә-конкурсы үтәсәк.

Экспозиция Өфөнөң Архитекторҙар йортонда  (Пархоменко урамы, 101/1) асыласаҡ. Килеүселәр өсөн ул 17 февралдән 27-һенә тиклем асыҡ буласаҡ. Инеү ирекле.

Архитекторҙар йортонан хәбәр итеүҙәренсә, иң яҡшы проекттар ете номинацияла –архитектура һәм ҡала төҙөлөшө проекттарының төрлө йүнәлештәре буйынса – билдәләнәсәк. Конкурс комиссияһы шулай уҡ 2009 йылдың иң яҡшы бер проектын һайлап аласаҡ.

Күргәҙмәлә архитекторҙарҙың, ижади коллективтарҙың, проект ойошмаларының, юғары уҡыу йорттары һәм төҙөлөш колледжы студенттарының 60-тан ашыу эше ҡуйылған.

Конкурсҡа йомғаҡ 27 февралдә яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе дипломдар менән бүләкләйәсәктәр. 2009 йылдың иң яҡшы проекты авторына  күсмә приз – гәлсәр шар тапшырасаҡтар.