6 декабрь, Шишәмбе

09 февраль 2010 йыл, 14:42

Рәсәй йыйылма хоккей командаһы Ванкувер-2010-ға әҙерләнә башлай

автор: Дмитрий Слезин

Бөгөн, 9 февралдә, Мәскәү эргәһендәге "Новогорск" уҡыу-күнекмәләр үҙәгендә XXI ҡышҡы Олимпия уйындарына әҙерлек сиктәрендә Континенталь хоккей лигаһы чемпионатында сығыш яһаясаҡ Рәсәй йыйылма командаһы уйынсыларының күнекмәләре башлана.

Базала 14 хоккейсы йыйыласаҡ, улар араһында «Салауат Юлаев»тан алты уйынсы — Александр Еременко, Дмитрий Калинин, Виталий Прошкин, Виктор Козлов, Александр Радулов һәм Сергей Зиновьев. Был исемлектә «юлаевсы» Олег Твердовский юҡ, ул күптән түгел Нижнекамскиҙа «Нефтехимик» менән матчта имгәнде.

Бынан тыш, Новогорскиҙа Ванкуверға китеүгә ҡапҡа һаҡсыһы Василий Кошечкин («Металлург», Магнитогорск), һаҡсылар Илья Никулин («Аҡ Барс», Ҡазан), Константин Корнеев (ЦСКА, Мәскәү) һәм Виталий Атюшов («Металлург», Магнитогорск), һөжүм итеүселәр Алексей Морозов, Данис Зарипов һәм Алексей Терещенко (бөтәһе лә – «Аҡ Барс», Ҡазан) һәм Сергей Федоров («Металлург», Магнитогорск) әҙерләнәсәк.

Беҙҙең команданы Ванкуверға оҙатыу 11 февралгә планлаштырылған, ҡалған уйынсылар  олимпия йыйылма командаһына Канадала ҡушыласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Олимпиада-2010-дың тәүге уйынын рәсәйлеләр 16 февралдә латыштарға ҡаршы үткәрәсәк.