Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Владимир Путин Өфө трансформатор заводында булды

Сәйәсәт

Владимир Путин Өфө трансформатор заводында булды һәм тәүге производство линияһын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. Ошо мәлдән алып предприятиела трансформаторҙар әҙерләү процесы башланды.

Был завод – Европала ошондай профилдәге иң ҙур предприятие. Ул “Электр заводы” холдингына ҡарай. Тәү сиратта яңы предприятиеның ҡала һәм республика күләмендәге етди социаль әһәмиәтен билдәләп үтергә кәрәк. Заводты сафҡа индереү Башҡортостан бюджетына һәм бюджеттан тыш дәүләт фондтарына һалым керемдәрен арттырасаҡ, ике меңдән ашыу кешене эш менән тәьмин итеп, кооперация сиктәрендә республиканың башҡа предприятиеларының етештереү ҡеүәтен күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.

Яңы заводты эшкә ҡушыу көрсөккә ҡаршы сараларҙан производствоны артабан модернизациялауға күсеүҙе кәүҙәләндерәсәк. Яңы производство комплексының тикшеренеү базаһы төбәк фәнен файҙаланасаҡ. Бынан тыш, “Электр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуҙы һәм уларҙың квалификацияһын күтәреүҙе тәьмин итәсәк. Заводта персоналды уҡытыу үҙәге йыһазландырылған. Унда эшселәр һөнәр нигеҙҙәрен үҙләштерәсәк, холдингтың Мәскәүҙәге һәм Запорожьелағы предприятиеларында белгестәр тәжрибәһен өйрәнеп, яҡшы практик күнекмәләр аласаҡ.

Көс биреү һәм бүлеү трансформаторҙары етештереү заводы Өфөлә 2006 йылда төҙөлә башлағайны. Проектҡа һалынған инвестициялар күләме биш миллиард һумдан ашып китте.

Яңы предприятиеның етештереү ҡеүәте – йылына 27 миллион киловольт амперҙан ашыу. Завод 220 киловатҡа тиклем көсөргәнешле һәм ҡеүәте 200 МВА тәшкил иткән көс биреү трансформаторҙары етештерәсәк. Заманса трансформатор производствоһын сафҡа индереү Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә тиңе булмаған  энергия машиналары эшләү комплексын төҙөргә мөмкинлек бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть