5 декабрь, Дүшәмбе

09 февраль 2010 йыл, 12:13

Владимир Путин «Электрон Башҡортостан» күргәҙмәһе менән танышты

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин Өфөлә төбәк үҫеше мәсьәләләренә арналған Хөкүмәт комиссияһы ултырышы айҡанлы Конгресс-холда ойошторолған «Электрон Башҡортостан» күргәҙмәһенең стендтарын ҡараны. Күргәҙмә материалдары менән Владимир Путинды БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сабаев таныштырҙы.  

Ике йыл элек – 2008 йылдың 7 февралендә Владимир Путин менән, ул ваҡытта РФ Президенты статусында, 2015 йылға тиклем илдең мәғлүмәти үҫеш стратегияһы билдәләнгәйне. Дәүләт һәм муниципаль власть органдарының мәғлүмәт ресурстары менән халыҡтың ҡулланыуын тәьмин итеү арҡаһында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙең сифатын арттырыу был стратегияның төп маҡсаты итеп билдәләнгәйне.

Уҙған йылдар дауамында был өлкәлә байтаҡ эштәр башҡарылыуын Владимир Путин күргәҙмәгә ҡуйылған стендтарҙан ҡарап белде.

Башҡортостанда электрон хөкүмәт төҙөү һәм электрон төрҙә дәүләт власы органдары порталы, дәүләт хеҙмәттәре сайты, төбәк таныҡлау үҙәге, ведомство-ара мәғлүмәти хеҙмәттәшлек системаһы, күп функциялы үҙәк, мәғлүмәт киоскылары һәм электрон карта кеүек төрлө хеҙмәт күрһәтеүгә бәйле бар төп элементтар ҙа булдырылған һәм уңышлы үҫешә.

2008 йылда республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарын үҙ эсенә алған республика видеоконференцбәйләнеш селтәре нигеҙендә техноген һәләкәттәр, янғындар һәм һыу баҫыу осраҡтарында етеҙ ҡарар ҡабул итеү һәм тейешле консультация үткәреү талап ителгәндә оператив кәңәшмәләр, комиссия ултырыштары үткәреү өсөн БР Хөкүмәтенең Ситуацион үҙәге булдырылған һәм уңышлы эшләп килә. Мобиль спутник комплексы ваҡиғалар урынынан репортаждар алып барыу өсөн республиканың теләһә ҡайһы ерендә йәйелдерелә ала.

2002 йылдан алып дәүләт власы органдары сайттарын берләштереүсе Башҡортостан Республикаһының рәсми мәғлүмәт порталы эшләй.

2005 йылда республика дәүләт власы органдары менән урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең аңлайышлылығын тәьмин итеүсе Дәүләттең алдан күпләп һатып алыу порталы эшләй башланы.

2007 йылда электрон цифрлы имзаны таныҡлаусы асҡыстар биреү буйынса эш алып барған Республика таныҡлау үҙәге булдырылған. Бөгөн 15 мең ойошма электрон асҡыс ярҙамында юридик мөһимлеккә эйә документтар менән алмаша ала.

“2006-2010 йылдарҙа электрон Башҡортостан” республика программаһы буйынса дәүләт власы органдарының ведомство-ара мәғлүмәти-коммуникацион хеҙмәттәшлек системаһы булдырылған.

Өфөнө бөгөн Рәсәй Федерацияһының эре IT-үҙәге тип атарға тулы нигеҙ бар. Бында РФ Эске эштәр министрлығы, Федераль миграция хеҙмәте һәм башҡа төрлө федераль структура мәнфәғәтендә эшләгән бер нисә компания урынлашҡан.  

Владимир Путин Өфө һәм Ишембай районы эшмәкәрлеге өлгөһөндә “Электрон муниципалитет” программаһы сиктәрендә алып барылған эштәр менән танышты. Был система күрһәтелгән хеҙмәт сифатына контроллек итергә, шулай уҡ тарифтарҙы кәметеү ниәтендә тауар менән тәьмин итеүселәргә йоғонто яһарға мөмкинлек бирә.

Ике стендта  – «Мәғариф порталы» һәм «Телемедицина»ла мәғариф һәм медицина өлкәһендә мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу кәрәклеге кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү юлы күрһәтелгән. Өфө — телемедицина технологияларын үҙләштереүҙәге пионерҙарҙың береһе. 1989 йылда уҡ республикабыҙҙың баш ҡалаһында беренселәрҙән булып Америка, Мәскәү һәм Өфөнөң алдынғы  клиникалары араһында телекүпер үткәрелгән.

Мәғлүмәти-белем биреү порталы стендында  Владимир Путин мәғариф өлкәһендә мәғлүмәт технологияларын ҡулланыуға бәйле алып барылған эштәрҙе ҡараны. Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай порталдар юҡ әлегә. Мәғлүмәти-белем биреү порталы уҡытыусылар, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләренең ресурстарын берләштерә. Был портал нигеҙендә уҡытыусыларҙың һәм республиканың өс мең мәғариф учреждениеһының сайты эшләп килә. Портал ярҙамында уҡытыусылар педагогика фәне менән даими бәйләнештә тора.

Владимир Путин иғтибарына «Башҡортостандың социаль картаһы» проекты ла тәҡдим ителде. Уның ярҙамында республика халҡы тәғәйен структураға мөрәжәғәт итмәйенсә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтте карта аша туранан-тура алыу бәхетенә эйә.  Илебеҙҙең ике банкы — «Сбербанк» һәм «Уралсиб»тың бакоматтар селтәре аша бар операцияларҙы уңышлы атҡарырға була. Был инфраструктура аша социаль, медицина һәм башҡа төрлө хеҙмәт алыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, транспорт картаһы иҫәбен тултырыу, табипҡа яҙылыу, ЮХХДИ штрафтарын ҡаплау.

Владимир Путинға шулай уҡ беҙҙең республикала телекоммуникацион селтәрҙәр үҫешен күрһәтеүсе стенд та күрһәтелде. Бөгөн Башҡортостанда республиканың 4500 торама пунктына барып еткән, дөйөм оҙонлоғо 16 мең километрлыҡ, заманса сүс-оптик бәйләнеш селтәре булдырылған. Ошо күрһәткес буйынса беҙҙең төбәк илдә беренсе урында. Был магистраль селтәр нигеҙендә дәүләт власы һәм муниципалитеттар мәғлүмәтен тапшырыу селтәре лә йәйелдерелгән.

Владимир Путин “Уфанет” компанияһының 200 цифрлы телеканал тоторға мөмкинлек биреүсе  ҡыҙыҡлы эштәрен дә ҡараны.

Ул Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусылары һәм студенттарының республикала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе контролдә тотоу өлкәһендә алып барған эшмәкәрлеге менән дә танышты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү Рәсәйҙәге алдынғы бишәү исемлегенә ингән ӨДАТУ-ның ҡеүәтле компьютерында башҡарыла, һәм был эш рейтингы буйынса бишенсе урында тора.