2 декабрь, Йома

09 февраль 2010 йыл, 11:45

Конгресс-холда төбәктәр үҫеше мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышы үтте

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

Владимир Путин Өфөлә Рәсәй Федерацияһы субъекттарында мәғлүмәт технологияларын үҫтереүгә арналған төбәктәр үҫеше мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышын үткәрҙе.

Комиссия ултырышында Хөкүмәт Рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов, Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫарҙары Сергей Иванов, Дмитрий Козак, Сергей Собянин, Хөкүмәт ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар башлыҡтары, Рәсәй Федерацияһы төбәктәре һәм муниципаль берәмектәре етәкселәре ҡатнашты.

«Бөгөнгө ултырыштың темаһы – төбәктәр һәм муниципалитеттар эшенә заманса мәғлүмәт  технологияларын индереү, шул иҫәптән ул «Электрон Хөкүмәт» проектында ла тормошҡа ашырыла. Был проекттың уңышы бөтә власть кимәлдәрендә килешеп эш итеүгә бәйле, — тип билдәләне Владимир Путин, ултырышты асып. – Тик ошо рәүешле генә заманса иҡтисад, йәмғиәт ихтыяждарына ярашлы интеграцияланған система төҙөргә мөмкин. Мәғлүмәт технологиялары күптән инде ниндәйҙер абстракт һәм билдәһеҙ күренеш булыуҙан туҡтаны. Кешеләр уларҙы әүҙем ҡуллана. Ошо технологиялар дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланыуға ваҡытты сарыфламау һәм уларҙың сифатын яҡшыртыу мөмкинлеге бирә».

Владимир Путин, илебеҙҙә төрлө дәүләт структураларына граждандарҙың мөрәжәғәттәре һаны йылына уртаса 360 миллион тәшкил итә, йәғни һәр граждан, “бөтә яфаларҙы башынан үткәреп”, йылына 3-4 тапҡыр дәүләт органдарына мөрәжәғәт итә, тип билдәләне.

«Кешеләрҙе конторалар буйлап йөрөүҙән ҡотҡарыу зарур, – тине ул. – Киләһе йылда беҙгә дәүләт мәғлүмәт хеҙмәттәре күрһәтеү системаһын тулыһынса электрон рәүештә төҙөргә кәрәк».

Хөкүмәт башлығы, төбәктәге йәки муниципалитеттағы һәр граждан элемтәнең интеграцияланған мәғлүмәт каналдарынан, сервис порталдарынан һәм башҡаларҙан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, тип билдәләне. Күпселек төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла социаль карта уға асҡыс булып тора.

Владимир Путин республиканың ошо өлкәләге тәжрибәһен юғары баһаланы. Уның менән Хөкүмәт башлығы Өфөләге  поликлиника эше миҫалында танышты. «Халыҡ бының өсөн рәхмәтле булыр, тип ышанам, — тине ул. – Электрон карта универсаль булырға һәм дәүләт хеҙмәттәренең бөтә өлкәләренә инеү мөмкинлеге бирергә тейеш».

2009 йылдың декабрендә РФ Хөкүмәте электрон форматта тәҡдим ителергә тейешле төп хеҙмәттәр исемлеген раҫланы. В.В. Путин төбәк башлыҡтарын ошо проблеманы хәл итеү менән ентекле шөғөлләнергә саҡырҙы һәм, был эш төбәк власы эше һөҙөмтәлелеге күрһәткестәренең береһе булараҡ иғтибар менән күҙәтеләсәк һәм баһаланасаҡ, тип билдәләне.

Ошоноң менән бәйле әле был өлкәлә уңыштарға өлгәшкән төбәктәргә өҫтәмә ярҙам тураһындағы мәсьәлә тикшерелә.

Шулай уҡ ошо өлкәләге иң яҡшы төбәк тәжрибәһе тупланасаҡ мәғлүмәттәр банкы ойоштороласаҡ. Эшмәкәрлеккә контролде тормошҡа ашырыу өсөн Сергей Собянин етәкселегендә махсус комиссия төҙөлдө.

темалар: сәфәрҙәр