10 декабрь, Шәмбе

09 февраль 2010 йыл, 10:32

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһына мәғлүмәт технологияларын индереү менән таныштырҙылар

автор: Елена Макушина | фото: Динар Калимуллин

Башҡортостанда медицина практикаһында заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыуға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин Өфөгә сәфәре сиктәрендә “Көньяҡ” биҫтәһендә урынлашҡан 46-сы поликлиникаға барҙы.

Был республика баш ҡалаһының «Башҡортостандың социаль картаһы»ның медицина ҡушымтаһы уңышлы индерелгән дауалау-профилактика учреждениеларының береһе. Владимир Путин был ҡушымтаны файҙаланыу тәртибе менән ентекле танышты. Премьерға медицина практикаһына индерелгән мәғлүмәт технологияларының бөтә спектрын күрһәттеләр.

Киров районында йәшәүсе 37400 кешене хеҙмәтләндергән поликлиника «Башҡортостандың социаль картаһы» системаһында 2007 йылдан алып эшләй. Был пациентты врачҡа яҙыуҙы ла, ҡабул итеүҙәр реестрын формалаштырыуҙы ла, медицина статистикаһы һәм отчетлылыҡ эшен дә автоматлаштырырға мөмкинлек бирә Башҡортостан Республикаһының социаль картаһы пациенттың персональ мәғлүмәтен, мотлаҡ медицина страховкаһы системаһындағы иҫәп мәғлүмәттәрен һәм социаль льготалар хаҡында мәғлүмәтте һаҡлаусы булып тора. Уны индереү граждандарҙың льготалы категорияларына медицина ярҙамы күрһәтеүҙе яҡшыртырға булышлыҡ итте.

Социаль картаның медицина ҡушымтаһы яҙып бирелгән рецепттар һум уларға ярашлы ебәрелгән препараттар тураһында мәғлүмәтте тупларға ярҙам итә. Картаның адреслы принцибы финанс средстволарын тотоноуҙы аныҡ иҫәпкә алырға һәм контролдә тоторға мөмкинлек бирә.

Киләсәктә бындай карталар менән республикала йәшәүсе һәр оло кеше тәьмин ителәсәк. Проект әлегә Башҡортостандың туғыҙ ҡала һәм районы биләмәһендә генә ғәмәлдә. Социаль карталар граждандарға бушлай бирелә. Ә уларҙы сығарыу һәм файҙаланыу буйынса сығымдар шәхси-дәүләт партнерлығы сиктәрендә проектта ҡатнашыусылар тарафынан ҡаплана.

Поликлиникала Владимир Путин «Сәләмәт Рәсәй» программаһына ярашлы асылған “Сәләмәтлек” үҙәгендә булды. Үҙәктә йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын юлдары ауырыуҙары хәүефен асыҡлау өсөн аппараттарҙа комплекслы тикшеренеү үткәрелә. Былтыр декабрҙә асылған үҙәктә 6 мең самаһы кеше тикшерелгән. Бында Өфөнөң Киров, Ленин һәм Дим райондары халҡы хеҙмәтләндерелә.  

Башҡортостанда йәмғеһе 12 сәләмәтлек үҙәге асылған. Уларҙы ойоштороу өсөн федераль бюджеттан 9 миллион һум аҡса бүленгән. Өфөлә Республика врач-физкультура диспансерында, 38-се, 46-сы поликлиникаларҙа, 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында сәләмәтлек үҙәктәре эшен башланы. Бөрө, Белорет, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында ла ошондай үҙәктәр асылған.

Үҙәктең эше менән танышҡандан һуң Владимир Путин хеҙмәткәрҙәр менән фотоға төштө.