Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Владимир Путин Чечняла һәләк булған Башҡортостан спецназсылары ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашты

Сәйәсәт

РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин, Башҡортостандың баш ҡалаһына килгәс, алдан билдәләнгән планын үҙгәртеп, уҙған аҙнала Чечняла боевиктар менән ҡораллы бәрелештә һәләк булған хәрбиҙәр йәшәгән 6795-се хәрби часты барып күрҙе. РФ Хөкүмәте рәйесе һәләк булғандар портретына сәскәләр һалды һәм ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. “Егеттәребеҙҙең яҡындарының бар социаль мәсьәләләре лә хәл ителәсәк, был торлаҡ менән ҡыйынлыҡтарға ла, матди мәсьәләгә лә, балаларын аяҡҡа баҫтырып, уларға белем алыуға шарттар тыуҙырыуға ла ҡағыла”, — тип ышандырҙы ул.

Владимир Путин һалдаттар менән аралашты һәм уларға хеҙмәтендә уңыштар теләне. «Һеҙҙең һөнәр кешеләре ниндәйҙер абстракт идеалдар, абстракт именлекте һаҡламай, — тине ул. — Беҙ һеҙҙең менән илебеҙҙәге именлек һәм бандитлыҡҡа ҡаршы көрәш менән эштәрҙең нисек тороуын күреп торабыҙ, әгәр был проблеманы нәтижәле хәл итмәһәк, илебеҙҙең һәр гражданы ҡурҡыныс аҫтында ҡаласаҡ”.  

Хөкүмәт башлығы хәрбиҙәргә еңел булмаған, “бер ҡарауҙа ябай, әммә кәрәкле, яуаплы һәм хәүефле” хеҙмәтендә уңыштар теләне.

Теги: визит
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть