9 декабрь, Йома

09 февраль 2010 йыл, 9:18

Өфөлә “Хәүефһеҙлек-2010” форумы үтә

автор: Любовь Колоколова

16-18 февралдә Өфөлә, "Нефтселәр" мәҙәниәт һарайында, “Хәүефһеҙлек-2010” IV республика форумы үтә.  Уның сиктәрендә ике күргәҙмә — “Хәүефһеҙлек-2010” XVII төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмә менән “Бәйләнеш.ИнфоКом-2010” XV махсуслаштырылған күргәҙмә ойошторола.

Форумды ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы, БР буйынса Эске эштәр министрлығы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы ҡатнашлығында “БашЭКСПО” күргәҙмә үҙәге, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡ, РФ Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, Бәйләнеш өлкәһен күҙәтеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте.

Форум программаһы, ғәҙәттәгесә, киң буласаҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса Башҡортостан территориаль бүлегенең 2009 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауға бәйле кәңәшмә планлаштырыла, унда Рәсәй Федерацияһы субъекттары буйынса Баш идаралыҡ етәкселәре, республика етәкселеге, ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, мөһим иҡтисади объекттар етәкселәре саҡырыласаҡ. Тармаҡ министрлыҡтары, ведомстволар һәм фәнни-тикшеренеү ойошмалары ҡатнашлығында фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк, уның барышында халыҡ күп йыйылған сараларҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү менән бәйле актуаль һорауҙар тикшереләсәк. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы — Урал төбәк үҙәгенең махсус янғын һүндереү техникаһы, БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығы Эске эштәр идаралығының махсус техникаһы күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ. Бында ҡатнашыусылар һәм тамашасылар өсөн Волга буйы эҙләү-ҡотҡарыусылар отряды һәм ҡораллы көстәр структураһы хеҙмәткәрҙәренең күрһәтмә сығыштары ойоштороласаҡ.    

"Бәйләнеш. ИнфоКом-2010" күргәҙмәһендә кәрәҙле, оптик-сүс  һәм спутник радиобәйләнеше, үткәргесле бәйләнеш аппаратураһы һәм системаһы, кабель-үткәргес продукцияһын монтажлау һәм һуҙыу ҡорамалдары, интернет бәйләнешен тәьмин итеү, навигация системаһы, цифрлы телевидение ҡорамалдары, мәғлүмәтте һаҡлау системаһы һәм башҡалар менән танышырға мөмкин буласаҡ.  

Күргәҙмә сиктәрендә семинар, конференциялар, презентациялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү ҙә ҡаралған.

Күргәҙмәнең тематик экспозициялары “Милли проекттар”, “Электрон төбәк”, Интеллектуаль йорт” кеүек төп темаларға бәйле әҙерләнгән.