11 декабрь, Йәкшәмбе

09 февраль 2010 йыл, 9:04

Владимир Путин Өфөгә килде

автор: Николай Ермоленко | фото: Олег Яровиков

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин Өфөгә килде. Уның сәфәренең маҡсаты – «Рәсәй Федерацияһы субъекттарында мәғлүмәт технологияларын үҫтереү тураһында» темаһына төбәктәр үҫеше мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышын үткәреү.

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында Рәсәй Хөкүмәте башлығын Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, башҡа рәсми кешеләр ҡаршы алды.

Хөкүмәт комиссияһы ултырышын үткәреүҙән тыш, Владимир Путин Өфөлә «Башҡортостандың социаль картаһы» проекты мөмкинлектәре, уны һаулыҡ һаҡлау һәм йәмәғәт транспорты өлкәһендә ҡулланыу менән танышты, яңы Өфө трансформатор заводында булды.

темалар: сәфәрҙәр