Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Пенсияларҙы таратыу электроника ярҙамында контролдә тотола

Иҡтисад

2009 йылда федераль почта элемтәһе ойошмалары ярҙамында пенсия таратыу процесына электрон документ әйләнешен индереү тамамланды. Рәсәй пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы система пенсионерҙарға пенсияларҙы алып барып еткереүҙе күпкә уңайлаштырасаҡ. «Рәсәй Почтаһы» предприятиеһы пенсионерҙарҙың өйөнә пенсия алып барғанда йыртмалы квитанциялы махсус персональ документтар ҡуллана, унда айлыҡ түләүҙәрҙең ниндәй суммаларҙан йыйылыуы деталләп күрһәтелә: хеҙмәт пенсияһы суммаһы, айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, өҫтәмә матди ярҙам һәм башҡа төрлө түләүҙәр.  

Һөҙөмтәлә  — Пенсия фонды пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе таратыуҙың сифатын, ваҡытын һәм үткән юлын контролдә тота, ә пенсионерҙар – түләнгән аҡса тураһында тулы һәм ентекле мәғлүмәт ала.

Бынан тыш, Бүлексә менән пенсияны һәм башҡа төрлө социаль түләүҙәрҙе РФ-ның 7 банкының банк карталарына һәм вкладтары иҫәбенә күсереүҙе ойоштороу процесына  электрон документ әйләнеше индерелгән.

Пенсия таратыуҙы ойоштороуҙа заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу аҡсаның үткән юлын контролдә тоторға, был матди саралар хәрәкәтенең үтә күренмәлелеген тәьмин итергә һәм халыҡҡа уларға уңайлы формала хеҙмәт күрһәтеүҙең эффектив системаһын булдырырға мөмкинлек бирә.

Рәсәй пенсия фондының БР буйынса Бүлексәһе бөгөнгө көндә 1 миллион 40 меңдән ашыу песионерға пенсия түләй, шуларҙың 32 проценты — кредит ойошмалары аша, 68 проценты “Рәсәй Почтаһы” федераль почта элемтәһе ойошмалары аша хеҙмәтләндерелә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть