6 декабрь, Шишәмбе

08 февраль 2010 йыл, 18:02

Конгресс-холда Хөкүмәт комиссияһы ултырышы айҡанлы күргәҙмәләр эшләй

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бөгөн Өфөлә үтәсәк «Рәсәй Федерацияһы субъекттарында мәғлүмәт технологияларын үҫтереү тураһында» төбәктәр үҫеше мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашыусылар Конгресс-холда махсус рәүештә ошо сара айҡанлы асылған күргәҙмәләрҙе ҡарай.

Ултырышта ҡатнашыусыларҙың иғтибар үҙәгендә республикабыҙҙың мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә өр-яңы ҡаҙаныштары менән таныштырыусы «Электрон Башҡортостан» күргәҙмәһе. Ҡунаҡтар иғтибарына бында «Электрон хөкүмәт», «Башҡортостандың социаль картаһы», «Телемедицина», «Электрон муниципалитет», «Аныҡ урынлаштырыу системалары», «Мәғлүмәт-мәғариф порталы» һәм башҡа стендтар тәҡдим ителде.

Бынан тыш, Конгресс-холдың икенсе ҡатында төбәк иҡтисадындағы һуңғы ҡаҙаныштар менән таныштырыусы «Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы», «Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлығы» күргәҙмәләре, шулай уҡ Апитерапия үҙәгенең был өлкәләге өр-яңы эшкәртмәләре ҡуйылған күргәҙмә урынлашҡан.

Беренсе ҡатта БР Милли музейы тарафынан ойошторолған “Башҡорт халҡының матди мәҙәниәте” күргәҙмәһе эшләй. Ошонда уҡ «Башҡортостандың халыҡ кәсептәре» күргәҙмәһендә БР Рәссамдар-ташҡа биҙәктәр төшөрөү оҫталары ижади союзы, «Салауат» ательеһы, «Ағиҙел» дәүләт унитар предприятиеһы һәм республиканың башҡа профилле ойошмалары һәм предприятиелары үҙ продукцияларын күрһәтә.

Күргәҙмәләр экспозициялары менән бөгөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин да танышыр, тип көтөлә.

темалар: күргәҙмәләр