10 декабрь, Шәмбе

08 февраль 2010 йыл, 17:28

Волга буйы-Урал хәрби округына штаб начальнигы тәғәйенләнгән

автор: Әлим Фәйезов

Волга буйы-Урал хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы, генерал-лейтенант Аркадий Бахин хәрби округ штабы һәм идаралығы генералдары менән офицерҙарына штабтың яңы начальнигы – Волга буйы-Урал хәрби округы командующийының беренсе урынбаҫары, генерал-майор Сергей Суровикин менән таныштырҙы.

Генерал-майор Суровикин Сергей Владимирович 1966 йылда Новосибирск ҡалаһында тыуған.

Омск юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһын — алтын миҙалға, М.В.Фрунзе исемендәге Хәрби академияны һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре генераль штабының хәрби академияһын яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлаған.

Мотоуҡсылар взводы командирынан башлап Мәскәү хәрби округы дөйөм ғәскәрҙәре командующийына тиклем бар хәрби вазифаларҙы үткән. Хеҙмәт итеү ваҡытында әллә күпме гарнизон һәм округ алмаштырған – Волга буйы, Урал, Төньяҡ Кавказ, Тажиҡстан Республикаһы.

2009 йылдан алып – Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш оператив идаралығы начальнигы.

РФ Президентының 2010 йылдың 11 ғинуарындағы 45-се һанлы Указына ярашлы, генерал-майор Сергей Суровикин штаб начальнигы – Волга буйы-Урал хәрби округы ғәскәрҙәре командующийының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән.

Сергей Суровикин өс Батырлыҡ ордены, “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәт өсөн”, II  дәрәжәләге “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәт өсөн” ордены миҙалы менән (ҡылыстар һүрәте төшөрөлгән), I дәрәжәләге  “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәт өсөн” ордены миҙалы менән (ҡылыстар һүрәте төшөрөлгән), бихисап миҙалдар менән бүләкләнгән, тип хәбәр иттеләр Волга буйы-Урал хәрби округының мәғлүмәт менән тәьмин итеү төркөмөнән.