4 декабрь, Йәкшәмбе

08 февраль 2010 йыл, 17:27

«Иммунопрепарат»та продукция сығарыу 350 процент тәшкил итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфөнөң “Иммунопрепарат” предприятиеһы (РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Микроген” медицина иммунобиология препараттары буйынса ғилми-етештереү берекмәһе” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы) коллективы ғинуар айын бик яҡшы етештереү күрһәткестәре менән тамамланы.

Предприятиеның матбуғат секретары Гүзәл Йосопова хәбәр итеүенсә, 147 миллион 629 мең һумлыҡ иммунобиологик һәм фармацевтик дарыуҙар сығарылған. Етештереү планы 116,5 процентҡа үтәлгән. Продукция сығарыу күләмен арттырыу 350,2 процент тәшкил иткән. Физик  күләм индексы (2009 йылдың сағыштырмаса хаҡтарында) –  362,2 процент.

«Иммунопрепарат» киҙеүгә ҡаршы вакциналарҙың эске баҙарында алда бара. Предприятие йыл һайын РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының билдәле «Гриппол» ватан вакцинаһын сығарыу буйынса дәүләт заказын уңышлы үтәй. Мәҫәлән, былтыр ғына Башҡортостан белгестәре 21 миллионға яҡын доза етештерҙе. Иммунобиологик препарат «Һаулыҡ» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә өлкәндәргә һәм балаларға бушлай вакцинация яһау өсөн илебеҙ төбәктәренә ебәрелде. Филиалдың ғилми консультанты Михаил Пушкарев хәбәр итеүенсә, Өфө «Гриппол»ын сығара башлағандан алып 13 йыл эсендә уның менән Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә йәшәүсе 135 миллион кеше иммунизацияланды.

Быйыл май айында РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Микроген” медицина иммунобиология препараттары буйынса ғилми-етештереү берекмәһе” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – “Иммунопрепарат”та киҙеүгә ҡаршы вакциялар сығарыу буйынса донъя стандарттарына ярашлы яңы производство цехы төҙөй башларға планлаштырыла. Филиал директоры профессор Мәхәмәт Алсынбаев фекеренсә, Башҡортостан баш ҡалаһында ватан һаулыҡ һаҡлау ихтыяждары өсөн йыл һайын 50 миллионға тиклем доза күләмендә киҙеүгә ҡаршы вакцина етештереү буйынса заманса автономиялы мини-завод барлыҡҡа киләсәк. Перспективалы фармпроект юғары социаль һәм иҡтисади әһәмиәткә эйә, сығымдар тиҙ арала ҡапланасаҡ, тип күҙаллана. Проект Чехия белгестәре менән берлектә төҙөләсәк.