10 декабрь, Шәмбе

08 февраль 2010 йыл, 16:20

Йәш ғалимдар фәнни форумға әҙерләнә

автор: Эльмира Сабирова

Илдең фәнни берләшмәһе бөгөн үҙ һөнәри байрамдарын — РФ Президенты Указы менән 1999 йылда раҫланған Рәсәй фәне көнөн билдәләй.

Башҡортостанда ғалим йәштәргә ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын талантлы йәш ғалимдарға фән һәм техника өлкәһендә дәүләт гранттары тапшырыла.  Айырыуса яҡшы уҡыған студенттарға өҫтәмә стипендиялар түләнә. 2007 йылда республикала Рәсәй йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәһе асылды. Уның етәксеһе Айрат Нәзиров әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостанда уның сафында 300-ҙән ашыу кеше – юғары уҡыу йорттарының йәш ғалимдар советтары, студенттар фәнни ассоциациялары, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге һәм БР Фәндәр академияһы вәкилдәре.

Былтыр Өфөлә Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы билдәһе аҫтында ҙур фәнни форум уңышлы үтте, унда башлыса Волга буйы федераль округының йәш ғалимдары ҡатнашты.

Март аҙағында – апрель башында Өфөлә тағы ла Волга буйы федераль округы буйынса Рәсәй йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәһе семинар-кәңәшмәһе үткәрелә. Был сара «Мәғариф. Фән. Карьера – 2010» X юбилей махсус күргәҙмәһе сиктәрендә үтәсәк. Унда Рәсәй йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәләре етәкселәре һәм юғары уҡыу йорттары һәм академик институттарҙың йәш ғалимдар советтары рәйестәре ҡатнашасаҡ. Форумда һәләтле йәштәрҙе ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү һәм фән-мәғариф өлкәһендә кадрҙарҙы арттырыу мәсьәләләре тикшереләсәк.

темалар: фән