11 декабрь, Йәкшәмбе

08 февраль 2010 йыл, 15:45

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль сираттағы гастролдәргә әҙерләнә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле коллективтың 70 йыллығына арналған сираттағы гастролдәргә әҙерләнә. Киләһе айҙың башынан уҡ «ғәскәровсылар» концерттар менән республика, Силәбе өлкәһе ҡалалары һәм ауылдары буйлап юлға сығасаҡ. Турне сиктәрендә ансамбль «Ырымбур мамыҡ шәле» Бөтә Рәсәй халыҡ сәнғәте фестивалендә ҡатнашасаҡ, ул 10 мартта Ырымбур өлкә филармонияһында үтәсәк.

Ансамбль директоры урынбаҫары Радик Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда ансамбль Белорет, Учалы, Сибай, Баймаҡ, Күмертау ҡалаларында, Асҡар, Иҫәнғол ауылдарында, Силәбе өлкәһендә Миәс ҡалаһында буласаҡ. Тамашасыларға күп милләтле Башҡортостандың һәм бөтә донъяның мәҙәниәтен сағылдырыусы иң яҡшы номерҙар ингән юбилей программаһы тәҡдим ителәсәк. Улар араһында Фәйзи Ғәскәров ҡуйған  «Биҙрә менән боронғо башҡорт бейеүе», «Тороҡтороусылар», «Бесәнселәр», «Ете ҡыҙ», Хәшим Мостаевтың «Ҡурай сәскәһе», «Шаян ҡыҙҙар» кеүек популяр хореографик композициялар, шулай уҡ молдаван, татар, рус, ҡалмыҡ, белорус бейеүҙәре тәҡдим ителәсәк.

Шуны ла әйтеп үтәйек, былтыр йыл аҙағында Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Рәсәй ҡалалары буйлап юбилей гастроль турнеһы ойошторғайны ине. Ул саҡта байрам программаһын Мәскәү, Һамар, Ҡазан тамашасылары күргәйне.

— Быйылғы гастролдәрҙе юбилей турының дауамы тип иҫәпләргә мөмкин, — ти Радик Шәрәфетдинов.