Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Татарстан мосолмандарының IV съезына делегацияны Тәлғәт Тажетдин етәкләй

Йәмғиәт

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты Татарстан мосолмандарының IV съезында ҡатнашыуға үҙенең делегацияһын әҙерләне.  Islamrt.ru сайтына һылтанма яһап, "Татар-информ" агентлығы хәбәр итеүенсә, делегацияны РФ мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфти Тәлғәт Тажетдин етәкләй. Делегация ағзалары булып билдәләнгән: Сыуаш Республикаһы мөфтийе Әлбир Крганов, Ханты-Манси автономиялы округы-Югра мөфтийе Таһир Саматов, Рәсәйҙең Төньяҡ-Көнбайыш төбәк мөфтийе Джафар Пончаев, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре мөфтийе Ринат Раев һәм Һамар өлкәһе мөфтийе Вәғиз Яруллин.

Татарстан мосолмандарының IV съезы Ҡазанда 27 февралдә үтә. Съезд эшендә республиканың төрлө райондарынан 528 имам, РТ Диниә назараты Президиумы ағзалары һәм Рәсәй төбәктәренән 40 мөфти ҡатнашасаҡ тип көтөлә.

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть