3 декабрь, Шәмбе

08 февраль 2010 йыл, 14:26

Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе бер-береһе өсөн – төп партнер

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Свердловск өлкәһе өсөн һәр ваҡыт төп сауҙа-иҡтисади партнеры булды һәм әле лә ошо статуста ҡала.  Һәм яуланған кимәл бөгөн һуңғыларҙан түгел.  Был турала Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов менән эшлекле осрашыуҙа Свердловск өлкәһе губернаторы Александр Мишарин белдерҙе.

«Башинформ» агетлығы Өфөгә, Төбәктәр үҫеше мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышына Александр Мишариндың килеүе тураһында хәбәр иткәйне инде.  

Башҡортостан менән Свердловск өлкәһенең үҙ-ара иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек итеүенә лә аҙ ваҡыт үтмәгән.  2002 йылдың сентябрендә Екатеринбургта БР Президенты Указына ярашлы Свердловск өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһының даими вәкиллеге булдырылған. Ә 2003 йылдың июлендә ике төбәк вәкиллеге араһында Сауҙа-иҡтисади, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә.  

Төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыуҙа иҡтисади хеҙмәттәшлек ҙур роль уйнай. Башҡортостандың тауар әйләнешенең дүрттән бер өлөшө Урал федераль округына тура килә. 2008 йыл һөҙөмтәләре буйынса республика тауар әйләнешенең Свердловск өлкәһендәге өлөшө 7,1 процент тәшкил иткән. Башҡортостан өсөн мөһимлек буйынса был өсөнсө урында торған төбәк-партнер.  

Үҙ-ара сауҙа итеү күләме йылдан-йыл арта. 2004 йылда, мәҫәлән, ул һигеҙ миллиард һумдан ашҡан, 2007-лә 18 миллиардты үткән, ә 2008 йылда был һан 19 миллиард һум менән иҫәпләнә. Тауар әйләнешендәге төп өлөш Башҡортостандан сығарылған продукцияға тура килә. Миҫалға, 2008 йылда республиканан күрше өлкәгә 15 миллиард һумдан ашыу хаҡҡа тауар ебәрелгән. Сәнәғәте үҫешкән Рәсәйҙең ике төбәге араһындағы уртаҡ сауҙа структураһында производство-техник тәғәйенләнешле тауар өҫтөнлөк итә. Свердловск халҡы Башҡортостандан күп ваҡыт дизель яғыулығы, поливинилхлоридлы ыҫмала, ҡорос арҡан, синтетик каучук, кальцинацияланған сода алып ҡайта. Был өлкәлә Башҡортостанда етештерелгән башҡа төрлө тауарҙар ҙа ҙур һорау менән ҡуллана, мәҫәлән, автомобиль бензиндары, һыра, араҡы һәм ликер-араҡы изделиелары, һөт продукцияһы, трикотаж, электр лампалары.

Кире йүнәлештә беҙгә прокатланған ҡара металл, ҡорос торбалар, радиатор һәм йылытыу конвекторҙары, еңел һәм йөк автомобилдәренә шина, экскаваторҙар, косметик изделие һәм парфюмерия, кондитер һәм макарон изделиелары ҡайтарыла.

Әммә иҡтисади бәйләнештәргә генә ҡайтып ҡалмай төбәктәр дуҫлығы. Бөгөн Свердловск өлкәһендә 37 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Биш милли-мәҙәни үҙәк, шул иҫәптән Свердловск башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эшләп килә. Башҡорт телен өйрәнеү буйынса биш йәкшәмбе мәктәбе асылған.

Мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек нығына. Алдынғы ижади коллективтар бер-береһенә гастролгә йөрөй. Республика һәм өлкә уҡыусылары, уҡытыусылары бергә конкурс һәм олимпиадаларҙа ҡатнаша. Уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар башҡа өлкәләрҙә лә күҙәтелә.