Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Максим Чудов чемпионатҡа ҡунаҡ сифатында килә

Йәмғиәт

Өфө 1 марттан 5-енә тиклем Биатлон буйынса Рәсәй федераль именлек хеҙмәте чемпионатын ҡабул итә.  Ярыштар "Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комплексында үтә һәм унда Рәсәйҙең ете федераль округы йыйылма командалары ҡатнаша.  Башҡортостан спортсыларына Кировта үтәсәк һайлау һыҙығын үтәһе лә бар әле. Бында төбәк ярыштары үткәрелеп, Башҡортостандың баш ҡалаһына юлланасаҡ йыйылма команда составы асыҡланасаҡ.

"Башинформ" агентлығына БР "Динамо" физкультура-спорт йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө биатлон үҙәгенең алты тәрбиәләнеүсе төбәк йыйылма командаһына инергә иҫәп тота. Өфөлә үтәсәк чемпионатта Федераль именлек хеҙмәте офицеры Максим Чудов ҡатнашмаясаҡ, сөнки Ванкуверҙағы олимпиаданан ул 1 мартта ғына ҡайтасаҡ. Уны “Биатлон” комплексына абруйлы ҡунаҡ булараҡ саҡырырға ниәтләйҙәр.  

Теги: биатлон
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть