10 декабрь, Шәмбе

08 февраль 2010 йыл, 12:52

Бер аҙнала Өфөнөң икенсел күсемһеҙ милек баҙарында хаҡтар бер ярым процентҡа артҡан

автор: Эльвира Латипова

Уҙған аҙнала Өфөнөң икенсел күсемһеҙ милек баҙарында бар сегменттарға ла хаҡтар артыуы күҙәтелгән. Дөйөм күрһәткес – плюс бер ярым процент. Бөгөн икенсел торлаҡтың бер квадрат метры яҡынса 40,9 мең һум тора.  

Ғәҙәттәгесә иң ҙур һорау менән ҡулланған һәм иң ҡиммәт торлаҡ категорияһы – бер бүлмәле фатирҙар. Уларҙың квадрат метры уртаса 43,69 мең һум менән тәҡдим ителә  – был үткән аҙна менән сағыштырғанда 1,3 прцентҡа күберәк. Ике бүлмәлеләр хаҡы — 40,47 мең һум (плюс 1,3 процент), өс бүлмәлеләрҙеке — 38,89 мең һум (плюс 1,5 процент).

Күп бүлмәле фатир хаҡы – квадрат метрына 40,06 мең һум (плюс бер процент).

Элиталы торлаҡ хаҡы – квадрат метрына 60,8 мең һум. Был хаҡтарҙың дөйөм индексында иҫәпкә алынмай.

Өфөнөң икенсел милек баҙарындағы хәлдәр торошон аҙна һайын “Эксперт” күсемһеҙ милек агентлығы селтәре аналитиктары күҙәтеп бара. Уларҙың билдәләүенсә, үрҙә килтерелгән һандар — фатир һатыусылар һораған хаҡ. Ысынбарлыҡта килешеү хаҡы биш-ун процетҡа түбәнерәк була.

«Эксперт» баҙар индикаторын да иҫәпләй: Өфө торлағының килем индексы 8,0 банк депозитына тиң, ипотека кредитының баҙар индексы — 12,5 процент һәм ипотека кредиты менән ҡулланыу мөмкинлеге индексы — 0,4.

Өфөләге иң арзан фатир бөгөнгө көндә 1,1 миллион һум тора. Был 33 квадрат метрлыҡ бер бүлмәле фатир Төхвәт Йәнәби урамында урынлашҡан. Иң ҡиммәт фатир 20 миллион һум менән иҫәпләнә: Цюрупа урамы, биш бүлмәле, 150 квадрат метр.

Бүлмәләр сегментында иң арзан хаҡ – 500 мең һум: Вологда урамы, 10,4 «квадрат». Максималь хаҡ – 980 мең һум: Ленин урамы, 22 квадрат метр.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡиммәтле коттедж 18 миллионға тәҡдим ителә: 8 Март ҡасабаһы, 297 квадрат метр, ете сутый ере шәхси милек булараҡ рәсмиләштерелгән.