5 декабрь, Дүшәмбе

08 февраль 2010 йыл, 11:57

Парашют- тау саңғыһы икеалышы буйынса Рәсәй Чемпионаты өфөлөләрҙең еңеүе менән тамамланды

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

Сочиның "Ҡыҙыл аҡлан" тау саңғыһы комплексы базаһында үткән Парашют- тау саңғыһы икеалышы (пара ски) буйынса Рәсәй Чемпионаты Өфөнөң “Һауа легионы” командаһының сираттағы еңеүе менән тамамланды.

"Башинформ" агентлығына чемпионат секретаре һәм БР Парашют спорты федерацияһы рәйесе Ғәйрәт Манаевтың хәбәр итеүенсә, “алтын команда” составында  2009 йылғы донъя чемпиондары, халыҡ-ара класындағы спорт мастерҙары Аяз Кәримов, Алексей Буренин, Антон Филиппов, Алексей Толкачев сығыш яһаған. Команда иҫәбе буйынса икенсе урынды Башҡортостан Республикаһы командаһы яулаған, өсөнсө урында – Төмән өлкәһе спортсылары.

Шәхси иҫәп буйынса ла почет пъедесталын тулыһынса өфөлөләр биләй. 2010 йылда Рәсәй Чемпионы -  Антон Филиппов, "көмөш" — Алексей Толкачевта, Алексей Буренин  "баҡыр" баҫҡыста. Күмертау спортсыһы Екатерина Невская ҡатын-ҡыҙҙар араһында чемпион титулын алды. Һайлау ярыштары йомғаҡтары буйынса 2011 йылда үтәсәк донъя чемпионатына Рәсәй йыйылма командаһы тупланасаҡ.