Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт филармонияһында мөхәббәтле парҙар концерты үтә

Йәмғиәт

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә 14 февралдә Изге Валентин көнөнә арналған үҙенсәлекле концерт үтәсәк. Уның ҡатнашыусылары – билдәле артистар – был көндө үҙҙәренең “икенсе яртылары” менән сығыш яһай.

“Мөхәббәтле парҙар” тип исемләнгән байрам концертында Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Лена һәм Владислав Самойловтар, Миңзифа Исҡужина һәм Артур Туктағолов, Лилиә Биктимерова менән Фәдис Ғәниев, Лилиә Ишемйәрова һәм Урал Мортазин, Венера Рәхмәтуллина һәмРушан Биктимеров, Әлфиә Заһиҙуллина һәм Марсель Ҡотоев, Әлфиә Ғәлләмова һәм Рөстәм Шәрипов, Юлиә Чигвинцева менән Рафаэль Сәғитовтар ҡатнаша.

Улар башҡарыуында тамашасы иң саф тойғо – мөхәббәткә арналған музыкаль һәм бейеү номерҙарын ҡарау һәм тыңлау бәхетенә эйә буласаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть