11 декабрь, Йәкшәмбе

08 февраль 2010 йыл, 11:29

БР «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы дарыуханаларында «Ир-егеттәр һаулығы» акцияһы үтә

автор: Елена Макушина

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан БР “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы дарыуханаларында “Ир-егеттәр һаулығы” шәфҡәтлелек акцияһы старт ала. Был сара Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡортостан Республикаһы урологтары ойошмаһы менән берлектә үткәрелә. БР “Башфармация” предприятиеһынан аңлатыуҙарынса, урология ярҙамын халыҡҡа яҡынайтыу — акцияның төп маҡсаты.

Һәр кешенең даими медицина тикшереүе үтергә тейешлеге сер түгел. Үкенескә күрә, ир-аттың күпселеге табиптарға һирәк мөрәжәғәт итә. Сирҙән оҙаҡ ваҡыт дауаланғансы, иҫкәртеүе еңелерәк, тип иҫәпләй компания вәкилдәре.

Шуға күрә бындай акцияны ойоштороп, уның дауамында БР “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы дарыуханаларының ҡайһы береһендә табип-урологтар консультацияһын тәҡдим итергә ниәтләгәндәр. Бынан тыш, дарыуханалар ир-егеттәр сәләмәтлеге өсөн кәрәкле һәр төрлө дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк, тип ышандырҙылар фармпредприятиенан.

Акция 2010 йылдың 15 февраленән 19-на тиклем үткәрелә.