3 декабрь, Шәмбе

08 февраль 2010 йыл, 10:57

«Версия Башкортостана» гәзитендә – бушлай юридик консультация

автор: Анжелика Ғизәтуллина

Шишәмбе көндө, 9 февралдә, "Версия Башкортостана" гәзитендә ғәҙәттәгесә "ҡыҙыу линия" эшләйәсәк. Был юлы “тура бәйләнештә” республика халҡына кәңәштәре менән күҙәтеү органы вәкиле генә түгел, белгестәр ҙә ярҙам итмәксе.  

Һеҙ салонда машина һатып алдығыҙ ҙа, уның документтарын ала алманығыҙмы һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, кемдән ярҙам һорарға белмәйһегеҙме? Юл-транспорт фажиғәһенән һуң компенсация түләмәнеләрме? КАСКО, ОСАГО-ны нисек юлларға белмәйһегеҙме? Йәки һеҙҙе законһыҙ рәүештә юл йөрөү танытмаһынан мәхрүм иттеләрме, ЮХХДИ инспекторы кәмһеттеме? “Ҡыҙыу линия”ға шылтыратығыҙ! “Водителдәр хоҡуғын яҡлау йәмғиәте” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Игорь Петухов һеҙҙең нимәгә хоҡуҡлы булыуығыҙ һәм хоҡуҡтарығыҙҙы нисек яҡлау кәрәклеге тураһында һөйләйәсәк. Гәзит уҡыусыларҙың башҡа төрлө һорауҙарына Совет районы прокуроры ярҙамсыһы Ләйсән Рамаҙанова яуап бирә.

"Версия Башкортостана" гәзитенә бик күп шылтыратыуҙар һәм хаттар килә: республика халҡын хоҡуҡи хәл итеүҙе талап иткән төрлө мәсьәләләр борсой. Гәзит бушлай хеҙмәтләндереү күрһәтә: редакцияға саҡырылған юристар һәм төрлө ведомстволар хеҙмәткәрҙәре граждандарға туранан-тура телефон аша консультация бирә. Был ике сәғәт эсендә бирелгән барлыҡ һорауҙарға яуаптар "Версия Башкортостана" гәзитенең яҡын көндәрҙәге һандарында баҫылып сыға.

"Ҡыҙыу линия" һәр ваҡыттағыса айҙың һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе көндәрендә үткәрелә. Был көндәрҙә редакцияға 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем (8-347) 272-79-16  телефоны аша шылтыратырға һәм борсоған һорауыңды бирергә мөмкин. Шулай уҡ үҙ һорауыңды гәзиттән ҡырҡып алынған купонға ла яҙып ебәрергә була – яуап “Һеҙҙең хоҡуҡ” рубрикаһында баҫылып сығасаҡ.