3 декабрь, Шәмбе

08 февраль 2010 йыл, 10:35

Өфөлә республика машиналар төҙөү предприятиелары күргәҙмәһе асылды

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда сығарылған автомобиль транспорты өлгөләре, троллейбус һәм һәр төрлө махсус техниканың яңы моделдәре менән Конгресс-холл эргәһендә асылған күргәҙмәлә танышырға мөмкин. Өфөлә машиналар төҙөлөшөнөң яңы продукцияһы күргәҙмәһен БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы ойошторған.

Бында «НефАЗ», «Туймазы автобетоновоз заводы», «Башҡорт троллейбус заводы», «МК «Витязь», «КүмАПП» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре кеүек алдынғы машиналар төҙөү предприятиелары продукцияһын күрергә була.

«НефАЗ» йәмғиәте, мәҫәлән, 12 төрлө яңы продукция тәҡдим итә: был ҡала автобусы VDL-НефАЗ -52998 (15 метр оҙонлоҡта), VDL-НефАЗ-52999 маркалы туристик автобус («Мистрал»), ҡала-ара автобусы («Лексио») VDL-НефАЗ-52996, ҡала автобусы Daimler-НефАЗ-42997,тоташтырылған автобус НефАЗ-52995, мәктәп автобусы НефАЗ–5299-11-32, НефАЗ–65531 һәм НефАЗ–6553 үҙбушатҡыс машиналары (икеһе лә «Мерседес» шассиһында), «WILLIG -3S» тағылма-цистернаһы (күләме 32 кубометр), 7981 моделендәге контейнер системалы автомобиль, тентлы ярым тағылма.

Италияның "Лаверда" фирмаһы менән берлектә уҙған йылда производствоһы яйға һалынған «Челленджер-647» комбайны айырым урын алып тора.  

«Туймазы автобетоновоздар заводы» ике өлгөләге техника тәҡдим итә: был КамАЗ-53228 шассиһында янғын һүндереүсе автоцистерна һәм КамАЗ–65201 шассиһында автобетонһурҙырғыс-бетон иҙеүсе АБНС-29.  

«Күмертау авиацион сәнәғәт предприятиеһы»ның экспозицияла  Ка-226Т  вертолетын ҡарарға мөмкинлек бар.

«Башҡорт троллейбус заводы» кузовы яңы технологиялар буйынса Нефтекама автозаводында сығарылған БТЗ — 52765 троллейбусын күргәҙмәгә ҡуйған,  икенсе экспонаты -   БТЗ-52767А троллейбусы.

«Витязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте халыҡ иғтибарына ике быуынлы ДТ-ЗП транспортерын  тәҡдим итә. Был транспорт төрө янғын һүндереү хеҙмәте өсөн тәғәйенләнгән.

Минск тракторҙар берләшмәһенә ҡараған Бобруйск трактор деталдәре һәм агрегаттары заводы менән берлектәге «Беларус-Инмаш» предприятиеһы “Беларус 320” тракторының дүрт модификацияһын экспозицияға ҡуйған. Был  Беларус-320 тракторҙары ауыл хужалығы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн тәғәйенләнгән төрлө ҡорамалдар менән комплектланған.

«ИНМАН» ябыҡ акционерҙар заводы автомобиль базаһындағы ИМ-180 һәм ИМ-25 кран-манипуляторҙары менән таныштыра.

Күргәҙмәлә эшләүсе белгестәр һәр экспонат буйынса ентекле мәғлүмәт барә ала.