4 декабрь, Йәкшәмбе

08 февраль 2010 йыл, 9:53

Рәсәй Президенты Башҡортостан Президентын телефон аша ҡотланы

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

7 февралдә Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев телефон аша һөйләшкәндә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовты тыуған көнө менән ҡотланы.

Әңгәмә барышында Дмитрий Анатольевич Медведев, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Рәсәй Федерацияһының иҡтисади яҡтан иң тотороҡло субъекттарының береһенә етәкселек итә, тип билдәләне һәм, Башҡортостанда үткәрелгән яуаплы сәйәсәт арҡаһында республика бөтә йүнәлештәр буйынса ла уңышлы үҫешә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Дмитрий Медведев Мортаза Рәхимовҡа һаулыҡ, именлек һәм бөтә ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа артабанғы уңыштар теләне.