5 декабрь, Дүшәмбе

05 февраль 2010 йыл, 17:36

Сибайҙар ҡала куранттары яҙмышын хәл итә

автор: Марина Шумилова

Башҡортостандың Көньяҡ Урал төбәге баш ҡалаһы – Сибай халҡы тикшереүенә ҡала куранттары яҙмышы сығарылды. Белгестәр фекеренсә, техник планда ҡаланың төп сәғәтенең нормаль эшләүен тәьмин итеү — ҙур проблема: конструкция иҫкергән, һәм бөгөн кәрәкле деталдәрҙе табырлыҡ түгел, куранттарҙың архитектураһы ла камиллыҡтан алыҫ. Шуға күрә ҡала властары куранттарҙың артабанғы яҙмышы хаҡында мәсьәләне өйрәнә – реконструкцияларғамы әллә уны яңы архитектура элементы менән алмаштырырғамы? Ҡала хакимиәте, был мәсьәләне сибайҙар үҙҙәре хәл итергә тейеш, тип иҫәпләй. Шуға күрә Сибай ҡалаһы ҡала округы сайтында был проблеманы әүҙем тикшереү бара. Ҡалала йәшәүсе һәр кеше сайтта тормоштоң бөтә өлкәләренә ҡағылышлы тәҡдимдәр, идеялар һәм проекттар туплау өсөн махсус булдырылған “Идеялар банкы”нда үҙ фекерен белдерә ала.

Әйтергә кәрәк, сибайҙар был проблема буйынса әүҙем үҙ фекерен белдерә. "Идеялар банкы"на ҡала куранттары яҙмышы айҡанлы тәүге тәҡдимдәр килә башланы ла инде. Фекерҙәр — төрлө,  кемдер был урында фонтан йәки газон яһарға кәрәк ти, шулай ҙа интернет-дискуссияла ҡатнашыусыларҙың күбеһе куранттарҙы һаҡлау һәм тулыһынса реконструкциялау яҡлы.