Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

«Өфө» аэропорты яңы типтағы һауа судноһын ҡабул итәсәк

Иҡтисад

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында яңы типтағы һауа судноһын — Challenger 300-ҙө ҡабул итергә әҙерләнәләр. Канадала етештерелгән, һигеҙ пассажирға иҫәпләнгән был самолет бизнес-класс авиатранспортына ҡарай. Уның салоны киң, уңайлы, вибрация менән идара итеү системаһы, спутник элемтәһе, кондиционер, офис ҡорамалдары комплекты менән йыһазландырылған. Оҙайлы осоштар ваҡытында салондағы креслолар ятып йоҡларлыҡ итеп үҙгәртелә, багаж бүлексәһе иркен.

Бөгөн Өфө аэропорты төрлө типтағы: Ан-12, Ан-26, Ан-74, Ту-134, Ту-154, Ан-124, Б-737-800, Б-767, Б-737-300 (500), ATR – 72, CRJ – 100/200, ТУ-204 (ТУ-214), А-321-100(200), А-310-200 (300) һауа судноларын, шулай уҡ өсөнсө-дүртенсе класлы һауа судноларын һәм бөтә типтағы вертолеттарҙы ла ҡабул итә ала.

Мәғлүм булыуынса, «Өфө» Халыҡ-ара аэропорты пассажирҙар ташыу һәм ҡабул ителгән һауа суднолары иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙы биләй. Предприятие осоштар географияһын киңәйтеү һәм күберәк авиакомпанияларҙы йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып бара. «Өфө» аэропортының инженер-авиация хеҙмәте персоналы яңы типтағы һауа судноларын хеҙмәтләндереүгә рөхсәт алыуға даими уҡытыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть