5 декабрь, Дүшәмбе

05 февраль 2010 йыл, 16:17

Башкортостан спортсылары парашют-тау саңғыһы икеалышы буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнаша

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

2010 йылғы парашют-тау саңғыһы икеалышы буйынса (пара-ски) Рәсәй Чемпионаты кисә Сочила старт алды.  Уның ойоштороусылары – Рәсәй ДОСААФ-ының Үҙәк советы һәм РФ Парашют спорты федерацияһы.  

Чемпионаттың төп секретаре, БР парашют спорты федерацияһы рәйесе Ғәйрәт Манаевтың “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүенсә, чемпионатта илебеҙҙең көслө 46 спортсыһы ҡатнаша, шуларҙың 18-е – ҡатын-ҡыҙ.

Башҡортостан данын өфөлөләр — 2009 йылда донъя чемпионы исемен яулаусылар, халыҡ-ара класындағы спорт мастерҙары Аяз Кәримов, Алексей Буренин, Антон Филиппов, Алексей Толкачев, шулай уҡ спорт мастерҙары Максим Семенов (Өфө), Ирина Абдуллина (Октябрьский), Евгения Торгашева (Күмертау), спорт мастерына кандидаттар Артур Бикмәтов (Өфө), беренсе разрядҡа эйә булыусылар — Әлфиә Семенова (Өфө) һәм Илшат Карамов (Октябрьский) яҡлай. Ярыштарҙың беренсе көнө һөҙөмтәләре төнгә ҡарай билдәле буласаҡ.