3 декабрь, Шәмбе

05 февраль 2010 йыл, 16:01

БР Президенты Кубогына көрәш буйынса асыҡ турнир үтә

автор: Дмитрий Слезин

Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы республиканың Милли спорт көрәше федерацияһы менән берлектә 6 февралдә Башҡортостан Республикаһы Президенты Кубогына милли көрәш буйынса I асыҡ республика турниры үткәрә.

Өфөнөң «Динамо» клубында үтәсәк турнирҙа республика райондарынан һәм ҡалаларынан, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы крайҙарынан, өлкәләренән һәм автономиялы округтарынан 200 самаһы көрәшсе ҡатнашасаҡ.

Спортсылар биш: 65, 75, 90, 100 килограмға тиклем һәм 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ катогрияларында ярышасаҡ.

Ветерандар өс ауырлыҡ категорияһында (75 кг, 90 килограмға тиклем һәм 90 килограмдан ашыу) көрәшәсәк.

темалар: көрәш