Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Архив учреждениелары граждандарҙың 142 мең самаһы мөрәжәғәтен үтәне

Сәйәсәт

БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив эштәре буйынса идаралыҡ 2009 йылда граждандарҙан республиканың дәүләт һәм муниципаль архивтарына килгән мөрәжәғәттәргә анализ яһаны. Дөйөм алғанда, йыл буйына архив учреждениелары граждандарҙың 141872 һорауын һәм мөрәжәғәтен ҡараны, шуларҙан 117241-ен муниципаль райондар һәм ҡала округтарының архив бүлектәре (муниципаль архивтар) үтәне.

Архив эштәре буйынса идаралыҡта билдәләүҙәренсә, мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ойошмаларҙы һәм предприятиеларҙы бөтөрөү, пенсия реформаһы һәм башҡа социаль-хоҡуҡи мәсьәләләр, шул иҫәптән эш стажын, эш хаҡы күләмен, наградлау фактын билдәләү менән бәйләнгән.

Яҙма мөрәжәғәттәр почта аша, шул иҫәптән электрон почта буйынса, республиканың үҙәк дәүләт архивтарының белешмә өҫтәле аша килә. Улар барыһы ла закон менән билдәләнгән ваҡыт эсендә ҡарала.

Теги: архивтар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть