Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башкортостан уҡыусыһы – финанс баҙары буйынса V бөтә Рәсәй олимпиадаһының икенсе турында

Иҡтисад

Өфөнөң 40-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Владислав Ҡотоев, финанс баҙары буйынса V бөтә Рәсәй олимпиадаһының юғары класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән тест мәсьәләләрен уңышлы үтәп, икенсе турға үтте. Был этаптағы конкурс мәсьәләләрен ситтән тороп эшләйҙәр. Ҡағиҙәләргә ярашлы, ойоштороусылар тәҡдим иткән тема буйынса Владиславҡа ижади эссе яҙырға һәм уны ойоштороу комитетына ебәрергә кәрәк. II тур һөҙөмтәләре буйынса, икенсе турға йомғаҡ март урталарында яһала, финалистар исеме асыҡланасаҡ. Һуңғы һынауҙарҙы үтеү өсөн улар апрель аҙағында Мәскәүгә саҡырыласаҡ. Рәсәйҙең баш ҡалаһында финалсыларҙы өс тур көтә — компьютерҙа тест үтеү, яҙма имтихан, ижади эш.

Икенсе турҙа илебеҙҙең 73 төбәгенән барыһы 875 уҡыусы иҫәпләнә.  

Олимпиаданы РФ Мәғариф һәм фән министрлығы, РФ Финанс министрлығы, “Дәүләт клубы” кадрҙар резервын әҙерләү фонды, Милли депозитар үҙәк, Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университеты ҡатнашлығында Фонд баҙары һәм идара институты менән Финанс баҙары буйынса федераль хеҙмәт үткәрә.

Олимпиаданың маҡсаттары – йәш быуындың инвестицион һәм финанс мәғлүмәтлелек кимәлен күтәреү, Рәсәй финанс баҙарына һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары өсөн юғары квалификациялы персонал әҙерләүгә булышлыҡ итеү, Рәсәй граждандарының финанс грамоталылығы мәсьәләһенә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть