Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәй фәне көнө менән!

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республиканың бөтә фән эшмәкәрҙәрен Рәсәй фәне көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

“Бөтә фән эшмәкәрҙәрен, академик ғилми учреждениелар, тармаҡ ғилми-тикшеренеү институттары һәм юғары уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайым!

Башҡортостан өсөн был байрам айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Республикабыҙ – үҫешкән фәнни-техник потенциалға эйә төбәк. Бында ҙур халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференциялары һәм форумдары, йәш ғалимдар конкурстары даими үткәрелә, заманса технологиялар әүҙем үҫешә. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, тармаҡ ғилми-тикшеренеү институттары уңышлы эшләй, юғары уҡыу йорттары фәне үҫешә.

Башҡортостанда һөҙөмтәле инновацион мөхит булдырыу, перспективалы тикшеренеү һәм алдынғы фәнни үҙәктәргә ярҙам итеү өҫтөнлөклө дәүләт сәйәсәте йүнәлештәренең береһе булып тора. Беҙҙә һәләтле ғалимдарҙы, айырыуса йәш ғалимдарҙы, яҡлауға йүнәлтелгән байтаҡ саралар комплексы тормошҡа ашырыла. Башлыса ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәте арҡаһында Башҡортостан бөгөн инновацион үҫеш юлына аяҡ баҫа.

Бөгөн тәү сираттағы бурыстар араһында – квалификациялы кадрҙарҙың әҙерлек кимәлен күтәреү, заман талаптарына ярашлы фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү, һөҙөмтәле инновацион система булдырыу.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй файҙаһына сағыу асыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть