Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

«Китап» нәшриәтендә “Тыл геройҙары”ның йәнә ике томы нәшер ителде

Йәмғиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә “Тыл геройҙары”ның йәнә ике – 14-се һәм 15-се томдары донъя күрҙе. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына был серияла “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Башҡортостан халҡы исемлеге индерелгән 19 том нәшер ителәсәк.

«Китап» нәшриәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 14-се томға — Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ һәм Тәтешле райондары тыл хеҙмәтсәндәре, 15-се томға Туймазы һәм Учалы райондары хеҙмәтсәндәре индерелгән.

“Тыл геройҙары” серияһы үҙ-үҙен аямай хеҙмәт итеүе менән фашистар Германияһын Еңеүгә булышлыҡ иткән тыл хеҙмәтсәндәре исемен мәңгеләштереү ниәтенән нәшер ителә. Миҙал менән бүләкләнгән тыл хеҙмәтсәндәре исемлеге Башҡортостандың район һәм ҡалаларын алфавит тәртибендә урынлаштырыуға бәйле төҙөлгән. Ҡыҫҡаса биографик белешмәлә тыуған йылы, йәшәгән урыны һәм бүләкләнгән ваҡытта биләгән вазифаһы күрһәтелгән.

Һәр китап 5000 дана менән, ҡаты тышлыҡта сыға. Китаптарҙы "Китап" нәшриәте магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Теги: нәшер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть