Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Йәш журналистарҙы «Эшлекле Рәсәй» конкурсы көтә

Иҡтисад

“Эшлекле Рәсәй” бөтә Рәсәй йәш журналистары конкурсына ғаризалар яҡын арала ҡабул ителә башлаясаҡ.  

Киң мәғлүмәт саралары аша Рәсәй йәштәренең бәләкәй бизнеста ҡатнашыуға әҙерлеге, Рәсәйҙә урта бизнес класын формалаштырыуҙа уларҙың роле, социаль яуаплылығы, үҙаллылығы,  инновацион бизнес һәм бизнес-инкубаторҙар сиктәрендә Рәсәйҙең сәскә атыуы һәм тиҙләтелгән иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен хәл итеүгә әҙерлеге тураһындағы мәғлүмәтте формалаштырыу — конкурстың төп маҡсаты.  

Конкурста ҡатнашыуға бәләкәй бизнес һәм йәштәр эшҡыуарлығы мәсьәләләрен яҡтыртыусы 14-35 йәшлек журналистар һәм киң мәғлүмәт саралары саҡырыла.

Конкурс киләһе номинациялар буйынса үткәрелә: “Йыл статьяһы” (Төбәк, өлкә, край йәки ҡалалағы бәләкәй бизнес йәки йәштәр эшҡыуарлығы мәсьәләләренә арналған статья); “Иң яҡшы фоторепортаж” (бәләкәй эшҡыуарлыҡ темаһын яҡтыртыусы фоторепортаж); “Баҫма геройы” (Төбәк, өлкә, край йәки ҡаланың бәләкәй эшҡыуарлығы вәкиле тураһында яҙма); “Йыл баҫмаһы” (Йәштәр эшҡыуарлығы, бәләкәй бизнес, инновация темаһын яҡтыртыусы йәш матбуғат баҫмаһы).

Авторҙарҙан һәм киң мәғлүмәт сараларынан заявкалар ағымдағы йылдың 30 апреленә тиклем ҡабул ителәсәк.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте киләһе сайттарҙан алырға мөмкин:  www.CYJ.RUSSIA-BUSINESS.ru, www.STELLACom.ru, www.CYJ-DR.ru.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть