6 декабрь, Шишәмбе

05 февраль 2010 йыл, 13:40

Мәләүездә заманса бассейн асылды

автор: Эльвира Латипова

Мәләүездә хәҙер заманса йөҙөү бассейны бар. Мәләүез Спорт һарайында күптән көтөлгән спорт объектын асыу тантанаһына «Газпром переработка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Юрий Важенин килде.

Ҡала халҡы араһында иң популяр спорт ҡоролмаһы ярты йылға яҡын ябыҡ торҙо: унда төплө реконструкция үткәрелде. Эштәр «Газпром – балаларға» программаһы сиктәрендә алып барылды.

Бассейнды реконструкциялау проектына «Мәләүез минераль ашламалары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 20 миллион һум аҡса инвестицияланы. Бассейнда иҫкергән ҡорамалдар, заманса стандарттарға тап килмәгән инженер селтәрҙәре алмаштырылды. Яңыртылған бассейнда һыуҙы өсләтә таҙартыу системаһы менән заманса ҡорамал ҡуйылды. Вентиляция системаһы алмаштырылды.

Хәҙер Мәләүездә республика һәм Бөтә Рәсәй күләмендә йөҙөү буйынса ярыштар үткәреү өсөн бөтә шарттар бар. Ҡалала спорттың был төрөн үҫтереү өсөн квалификациялы инструкторҙар саҡырырға планлаштырыла, улар, бәлки, буласаҡ чемпиондар тәрбиәләр.

—«Газпром — балаларға» программаһы балалар тулы ҡанлы тормош менән йәшәй алһын өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән, — тип билдәләне Юрий Важенин бассейнды асыу тантанаһында. – Бөгөн асылған бассейнға оҡшаш объекттар балаларыбыҙға сәләмәт булырға, ә беҙгә һау-сәләмәт киләсәк булдырырға ярҙам итә.