10 декабрь, Шәмбе

05 февраль 2010 йыл, 12:32

Башҡортостан ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше буйынса беренсе урында

автор: Ғәлиә Нәбиева

458,9 миллиард һум — республикала 2009 йыл йомғаҡтары буйынса ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше бына ошондай. Был 2008 йыл кимәленә ҡарата  98 процент. Бер аҙ кәмеүгә ҡарамаҫтан, ваҡлап һатыу сауҙа әйләнешенең абсолют күрһәткесе буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге ун төбәгенә инә һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йән башына ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше 113 мең һум самаһы тәшкил итте, йәғни былтырғы кимәлгә ҡарата 97,8 процент.

Ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше структураһында аҙыҡ-түлек продукттары, эсемлектәрҙе һәм тәмәке изделиеларын индереп, 49,9 процент тәшкил итте, аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар – 50,1 процент. 2008 йылда был күрһәткестәр 48,8 һәм 51,2 процент ине. Халыҡҡа аҙыҡ-түлек продукттары, эсемлектәр һәм тәмәке изделиеларын индереп, 229,2 миллиард  һумлыҡ һатылды (2008 йылға ҡарата 100,2%), аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар – 229,7 миллиард һумлыҡ йәки 95,9 процент.

Республика статистиктары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше 18,4 миллиард һумлыҡ тәшки итте, йәғни йән башына 4,5 мең һум.